Сәскә ат, Башҡортостаным!

Ошо исем аҫтында гимназия китапханаһында Республика көнөнә арналған саралар үтте.

7в класы уҡыусылары менән берлектә класс сәғәте үткәрелде. Класс етәксеһе Зөлфиә Юрик ҡыҙы Һөйәрғолова Башҡортостаныбыҙҙың бай, матур иҫтәлекле урындары тураһында һөйләне. Уҡыусылар башҡорт яҙыусыларының шиғырҙарын уҡынылар, Башҡортостанға бәйле викторина  һорауҙарына тулы яуаптар биреп ҡыуандырҙылар. Сараның аҙағында бергәләп фильм ҡараныҡ.

Республика көнөнә арналған китап күргәҙмәһе лә был сараға матур өҫтәмә индерҙе.

Ежегодно 5 октября наша страна отмечает прекрасный праздник – День Учителя! Именно в этот день нашим дорогим учителям говорят слова благодарности, дарят цветы и подарки, устраивают концерты. Наша гимназия не стала исключением…

Подробнее...

День пожилого человека – это день благодарения за тепло сердец людей, проживших долгую интересную жизнь, за отданные работе силы, за опыт, которым старшее поколение делится с молодыми. В этом году Международный день пожилых людей в Республиканской художественной гимназии-интернате имени К.А. Давлеткильдеева прошел в формате онлайн.  Праздник открыла директор гимназии   Г.Х Садыкова. Она поздравила ветеранов с  праздником мудрости и добра,  выразила  искренние признания и благодарность за вклад каждого в развитие образования.

Подробнее...

Һәр халыҡҡа  үҙ   милли кейеме хас. Борондан уҡ милли кейем халыҡтың йәшәйешенә, характерына, үҙен уратып алған географик  мөхиткә бәйле булған.  Ул кешенең материаль хәленә, социаль статусына ярашлы төрлөсә биҙәлгән. Милли кейем  халыҡтың тарихын, ижади ҡеүәһен, донъяға ҡарашын, мәҙәниәтен күрһәткән дәлил дә.

Ошо йәһәттән   10 сентябрҙә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында ла “Милли костюм - халҡым ҡомартҡыһы” темаһына берҙәм дәрес саралары үткәрелде. Һынлы сәнғәт уҡытыусылары Мөғәлимов Р.Ф., Гәрәева Г.А., Ғәлимова З.Ә., Сәлихова Р.Ф., Исмәғилова Г.И.  директор урынбаҫары Мазитова Л.Р. етәкселегендә милли костюмдар менән бик зауыҡлы, сағыу  видеояҙма эшләнеләр. Ә технология уҡытыусыһы Булатова Г.Ф. 8-се синыф уҡыусылары менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Васильева Е.В. эшләгән ҡыҙыҡлы презентация менән Карамова В.М. һәм Шәймырҙина Д.Ә. үткәргән класс сәғәте лә 6-сы  синыф уҡыусыларында  тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты. Дөйөм алғанда, бер генә  синыф етәксеһе лә,  тәрбиәсе лә саранан ситтә ҡалманы.

Ғөмүмән, сараларҙың һәр береһе балаларҙың зауығын тәрәнәйтеп, иғтибарын йәлеп иткәндер, моғайын.