Йылда үткәрелеп килгән “Шаяниум-2016” быйыл Балалар филармонияһында үтте. Беҙҙең гимназиябыҙҙың «Рәссамдар» КВН командаһы беренсе турҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, финалда сығыш яһанылар. Илдар Фәтҡуллин, Нургиз Зәйнуллин, Айзилә Юнысова, Әҙилә Мәғәфүрова, Гөлназ Исҡаҡова, Эдуард Ғәлләмов көндә кискә тиклем  әҙерләнде был ярышҡа.
Быйыл Гран – При «Башҡорттар.ру» командаһы, яуланы. 1-се урынға «Кендектәр» командаһы, 2-се урынға «Ша-Шу-Ша», ә 3-cө урынға «XX централ» КВН командаһы лайыҡ булды. Беҙҙең «Рәссамдар» командаһы  “Тоғролоҡ “номинацияһы дипломы һәм иҫтәлекле бүләк менән  бүләкләнде.
Матур сығыштары, үҙҙәрен сағыу күрһәткәндәре һәм тырышлыҡтары  өсөн «Рәссамдар» командаһына бөтә гимназия исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм киләсәктә тик уңыштар теләп ҡалабыҙ!