Настройки отображения

Размер шрифта:
Цвета сайта
Изображения

Параметры

Сәскә ат, Башҡортостаным!

Ошо исем аҫтында гимназия китапханаһында Республика көнөнә арналған саралар үтте.

7в класы уҡыусылары менән берлектә класс сәғәте үткәрелде. Класс етәксеһе Зөлфиә Юрик ҡыҙы Һөйәрғолова Башҡортостаныбыҙҙың бай, матур иҫтәлекле урындары тураһында һөйләне. Уҡыусылар башҡорт яҙыусыларының шиғырҙарын уҡынылар, Башҡортостанға бәйле викторина  һорауҙарына тулы яуаптар биреп ҡыуандырҙылар. Сараның аҙағында бергәләп фильм ҡараныҡ.

Республика көнөнә арналған китап күргәҙмәһе лә был сараға матур өҫтәмә индерҙе.