Ошо көндәрҙә бөтә йәмәғәтселек, сәнғәт һөйөүселәр беренсе башҡорт профессиональ рәссамы Ҡасим Дәүләткилдеевтың күркәм юбилейын билдәләй. Ул бынан 135 йыл элек хәҙерге Благовар районы Күгел ауылында донъяға килә. Ошо байрам сиктәрендә беҙҙең гимназияла бик күп саралар үткәрелә: класс сәғәттәре, рәссам, уның ижады тураһында фильмдар ҡарау, уҡыусыларҙың ижади эштәренән күргәҙмәләр ойоштороу һ.б. 11 апрелдә уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары  Л.Р.Мәжитова ҡатнашлығында Ҡ.А.Дәүләткилдеевтың ҡәберенә сәскә һалыу ойошторолдо. Шул уҡ көндә гимназия директоры Г.Х.Садиҡова Башҡортостан юлдаш телеканалының Бәхетнамә» тапшырыуында, ә 12 апрелдә Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы ”Юлдаш” радиоһының "Асыҡ студия" программаһында йәнле әңгәмәләрҙә ҡатнашты. Әлбиттә, һүҙ рәссамдың тормош юлы, ижады тураһында барҙы. Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Ҡ.А.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия – интернатының директоры булараҡ тамашасыларға гимназияның тормошо, уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.