Настройки отображения

Размер шрифта:
Цвета сайта
Изображения

Параметры

Һуңғы ваҡытта «Мин милли кейемдә уҡыйым» акцияһында ҡатнашыу йолаға әйләнеп китте. Бөгөн дә беҙҙең гимназия уҡыусылары был акцияла ҡатнашты. Айырыуса 6-7 класс уҡыусылары әүҙем булды. Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре менән таныштылар, башҡорт милли кейемендә дәрестә уҡыу, фортоға төшөү бәхете лә тейҙе. Һәр бер халыҡтың үҙенең милли орнаменты, биҙәү – биҙәкләү ысулдары бар. Төҫтәр ҙә айырыла. Мәҫәлән, башҡорт орнаменты йылы төҫтәрҙән тора: ҡыҙыл, йәшел, һары. Был бик ҡыҙыҡлы, айырыуса буласаҡ рәссамдар өсөн. Шулай итеп, бөгөнгө көн бик күңелле үтте.