"Башҡорт телендә  халыҡ - ара диктант” акцияһында гимназия уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Акция хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән,  йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы. Был сара уҡыусылар өсөн үҙенә бер һынау булды. Улар үҙҙәренең эштәре менән ҡәнәғәт булып таралдылар.