Ҡыштың матур бер көнөндә, 20 декабрҙа, беҙҙең гимназия уҡыусылары республикабыҙҙың билдәле шәхесе менән осрашыу бәхетенә иреште. Беҙҙең ҡунағыбыҙ – яҙыусы,журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (1995) союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре – Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова. Билдәле булыуынса, Ф.Аҡбулатова балалар өсөн күп әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы. Кисә яҙыусының “Атай икмәге” хикәйәһе буйынса әңгәмәнән башланып китте. Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы балалар менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Уҡыусылар яҙыусыға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр, айырыуса 7б класы  уҡыусыһы Баязитов Кәрим менән 7а класынан Сафин Аҡназар  әүҙем ҡатнашып, Фәрзәнә апайҙан бүләк алдылар.

Осрашыу бер тында  үтеп китте тиһәк тә була.  Китапханасы Венера Миңнеғәле ҡыҙы тарафынан  ҡыҙыҡлы, мәғлүмәтле  күргәҙмә ойошторолғайны. Кисәнән һуң  Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы гимназиябыҙҙың “Ҡояшҡай” галереяһындағы уҡыусыларҙың ижады менән танышты. Осрашыу уҡыусылар өсөн дә, яҙыусыға ла иҫтәлекле булды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары