Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант
Бөгөн, 20 апрелдә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы үткәрелде. Был сараға беҙҙең гимназия уҡыусылары дәррәү ҡушылдылар. Һәр кем үҙенең башҡорт телен нисек белеүен һанап ҡараны. Сара бик әүҙем барҙы. Телде башланғыс кимәлдә белеүселәр ҙә һәм иркен аралашыусылар ҙа үҙҙәренең яҙма эштәренән ҡәнәғәт булдылар.