Милли кейемдә уҡыйым
Бөгөн, 8 сентябрь, республикабыҙ тарафынан иғлан ителгән “Милли кейемдә уҡыйым” акцияһы үтте. Беҙҙең гимназия уҡыусылары ла был саранан ситтә ҡалманы. Айырыуса гимназияға яңы ғына килгән 6 – сы класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Балалар дәрестәрҙә милли кейемдәрҙә ултырҙылар, милли кейемдә фотоға төштөләр.
Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Әминева Г.Б., Колманова Л.А.