Ижади проектты яҡлау көнө гимназияла йыл да үткәрелгән байрам. 11 класс уҡыусылары үҙҙәренең бар һәләттәрен сағылдырып, бар белемдәрен күрһәтеп, ярты йыл эсендә диплом эшен башҡарырға тейеш. Ә инде быйыл 36 сығарылыш уҡыусыһы үҙҙәренең ижади пректтарын тәҡдим итте. Улар араһында төрлө техникала, жанрҙа эшләнгән картиналар, скульптуралар, панно, ҡурсаҡтар, башҡорт милли биҙәүестәре лә бар. Уҡыусылар тыуған илдең, тыуған яҡтың тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә бағышланған темаларға ижад итте. Мәҫәлән, 11 А класс уҡыусыһы Мөлөкова Нурзилә “Бишек йыры” тип аталған диплом эшен «Урал батыр» эпосы буйынса башҡарған.

- “Урал батыр”эпосы миңә бик яҡын. Мин уны яттан беләм, шуның өсөн ниндәй темаға диплом эшен башҡарыу буйынса ҡаршылыҡтар  тыуманы. Ижади проектты яҡлау көнөндә мин беренсе булып сығыш яһаным. Программа буйынса яңғыраған көй бер аҙ тулҡынландырҙы,әммә һәр ваҡыт сәхнәлә сығыш яһаған кеше булараҡ, директор Гөлйемеш Хайрулла ҡыҙы  сығыш яһағансы был тулҡынланыу бөттө. Беренсе булып проектты яҡланым да, ҡыуанып тик йөрөнөм! – тип  үҙенең тәҫьораттары менән уртаҡлашты Нурзилә.

Ысынлап та, Нурзиләнең эше эпосҡа һөйөү хисен сағылдыра. Уның акрил менән эшләнгән «Бишек йыры» тип аталған эше  матур, зауыҡлы һәм башҡорт халҡының ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән эпос буйынса башҡарылған һүрәте  бар халыҡты йәлеп итте. Әммә ҡыҙҙар араһында  быйылғы уҡыу йылында  картиналар ғына яҙмаған,ә төрлө жанрҙарҙа үҙҙәрен һынап ҡарағандар. 11 Б класс уҡыусыһы Үтәмишева Наҙгөл үҙенең ижади проектын ағас семәрләү сәнғәтендә башҡарған.

-  Минең ижади проектым – боронғо “Сыңрау торна” йырының  шаңдауы. Эште башҡарыуы еңел булманы, сөнки ағас ул ауыр һәм үҙенсәлекле материал. Ниндәй генә сетерекле осраҡтар булыуға ҡарамаҫтан, беҙ үҙебеҙҙҙең ҡуйылған масаттарға ирештек  һәм  жюри иғзаларының юғары баһаларына лайыҡ булдыҡ.

Ижади эштәрҙе компетентлы, хөрмәтле жюри  ағзалары баһаланы. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ юлдарын һынлы сәнғәттә тапҡан мәртәбәле һәм хөрмәтле фән,сәнғәт әһелдәре. Һәр уҡыусының эшенә иғтибар биреп тыңлап, анализ яһанылар, уңыштарын һәм етешһеҙлектәрен билдәләнеләр, уҡыусыларға изге теләктәр теләп, киләсәктә лә ошондай сағыу, профессиональ, актуаль эштәр менән төрлө күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырҙылар.

Диплом яҡлау байрамы  ата-әсәләр өсөн дә бик шатлыҡлы мәлдәр кисереү булып күренде. Үҙ балаһының уңыштарын күреү,уның тураһында яҡшы һүҙҙәр ишетеү-һәр ата-әсә өсөн шатлыҡлы мәл. Улар балалар өсөн көйөп-ҡайғырып, шатланып, ғорурлыҡ хисе кисереп йыр, бейеү номерҙары менән үрелеп барған сығыштарҙы ҡаранылар, сөнки был көндө сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренең һөйләү оҫталыҡтарын да күрһәтте, бар яҡтан да талантлы булыуын иҫбатланы,киләсәктә үҙ аллы тормош юлында юғалмаҫ шәхес булырҙарын раҫланылар. 

Шулай итеп, күреүебеҙсә, Ҡ.А.Дәүләткилдеев исемендәге һынлы-сәнғәт гимназия-интернатында, ысынлап та, талантлы балалар белем ала. Киләсәктә үҙҙәренең яратҡан эшен  һайлап, ҙур бейеклектәргә өлгәшерҙәр, тип ышанып ҡалам.

                                          Ҡ.А.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәи гимназияһының 11 класс уҡыусыһы Абсалиҡова Алһыу