Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре музей дәресе менән Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында булды. 6а, 6б, 7а, 7в, 7г класс уҡыусылары АС.Пушкин исемендәге Бөтә Рәсәй музейының виртуаль күргәҙмәһе менән танышты, Ленинград,Сталинград яуы, башҡорт яҙыусы- фронтовиктары тураһында лекция-әңгәмә тыңланы, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Әүҙем ҡатнашкан балалар Милли әҙәбиәт музейынан бүләктәр- китап өсөн закладкалар, календарҙар алды. Гимназияның тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Матьяҡубова Разия Самандар ҡыҙына, 6-сы, 7-се синыфтарҙың тәрбиәселәренә музей дәресен ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.